Уҡытыусылар ҡорона әҙерлек

Уҡытыусылар ҡорона әҙерлек 06.08.2016

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһенә һынаулы ғына көндәр ҡалып бара. Мәктәптәр яңы уҡыу йылына һуңғы әҙерлек эштәрен теүәлләй. Йыһаз һәм кабинеттар яңыртыла, ремонт үткәрелә, белем биреү барышы мауыҡтырғыс һәм зауыҡлы булһын өсөн яңы проекттар тормошҡа  ашырыла.

«Уҡыусыларҙы социализациялау өлкәһендә инновация прораммаларын ҡулланыу» темаһы буйынса үтәсәк Республика август кәңәшмәһенә 3-cө гимназия етәкселеге етди әҙерләнгән. Рәсәйҙең һәм Өфөнөң иң боронғо мәғариф учреждениеһының эш тәжрибәһенең өйрәнер йүнәлештәре күп. Өс тапҡыр «Рәсәйҙең  уңышлы эшләүсе 500   мәктәбе» рейтингына күтәрелгән гимназия электрон белем биреү, гражданлыҡ һәм патриотизм тойғоларын  тәрбиәләү даирәһендә лә алдынғы.
Меңдән ашыу экспонаты булған   мәктәп музейы-йәш тарихсылар өсөн хазина.  Музей экспонаттары  Император Александр 2 фарманы менән 1860 йылда Мариинский ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы булараҡ асылған уҡыу йортона ҡағылышлы документтар,ҡыҙыҡлы фотографиялар менән тулыландырылған. «Музей педагогикаһы» проекты нигеҙендә уҡыусылар экскурсияларҙы биш телдә үткәреү мөмкинлегенә эйә.
Өсөнсө гимназияла спорт проекттары ла уңышлы эшләй.  Быйылғы уҡыу йылына гимназия майҙанында яңы майҙансыҡ эшләнелгән. Был проект  ата-әсәләрҙең  хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Юлия Вяткина, Өфөнөң  М.Горький  исемендәге   3-сө гимназия директоры: «Яңы уҡыу йылын беҙ шатланып ҡаршы алабыҙ. Мәктәптә уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреү, әхләҡи-спорт тәрбиәһе биреүгә күп көс һалабыҙ».
Тарих  уҡытыусыһы Илнур Нурмөхәмәтов  мультимедиа проектының тап өсөнсө гимназияла  тормошҡа ашырылыуына шат.  Был программа  ҡыҙыҡһындырған мәҙәни мираҫ объекттарын кеҫә телефоны ярҙамында  еңел генә табырға ярҙам итә.
Быйыл уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе тәүге тапҡыр биш көн дауамында барасаҡ. Һәр кәңәшмә айырым тематика буйынса әҙерләнгән. Педагогтар киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҙа билдәләйәсәк.
Август кәңәшмәһендә берҙәм  дәүләт имтихандары мөһим  темаларҙың береһе. Быйылғы уҡыу йылы һөҙөмтәләренә килгәндә сығарылыш синыфы уыусылары  берҙәм дәүләт имтихандарында һәм  берҙәм дәүләт аттестацияһында  үткән йылға ҡарағанда юғарыраҡ уңыш күрһәткән.
Үткән йыл менән сағыштырғанда математика ,информатика,тарих һәм инглиз телдәре буйынса уртаса балдар юғары. 80-100 балға өлгәшеүселәр һаны ла бермә-бер артҡан.
Берҙәм дәүләт аттестацияһы һөҙөмтәләре буйынса  уҡыусылар рус теленән белемдәрен 0,9 баллға күтәргән.Ҡалған предметтар буйынса күрһәткестәр былтырғы кимәлдә. Туғыҙынсыла төп предметтарҙан имтихан бирә алмаусылар 0,5 процент тәшкил иткән. Улар өҫтәмә рәүештә сентябрҙә ҡайтанан аттестация үтәсәк.
Әле мәктәптәрҙә беренсе сентябргә һуңғы әҙерлек эштәре бара. Күмертауҙа ғына мәктәптәр һәм балалар баҡсаларын ремонтлауға республика бюджетынан 5 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Меңәрләгән уҡытыусы өсөн август башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау һәм яңы уҡыу йылына әҙерлек айы. Уҡыу йортарының күпселеге балаларҙы яңы уҡыу йылына ҡабул итергә әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика