Уҡытыуҙа яңы алымдар индерелә

Уҡытыуҙа яңы алымдар индерелә 03.02.2015

Республика башҡорт лицей-интернатында информатика дәресе интернет ресурстары ярҙамында  алып барыла. Уҡыусылар фәнде инглиз телендәге сайтта ла өйрәнә. Белем усағы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был алым балаларҙың һәләтен үҫтерергә, уларҙың белемен донъяуи кимәлдә баһаларға ярҙам итә.

Республика башҡорт лицей-интернатында информатика дәресе. Һәр уҡыусы алдында планшет. Дәрестәр өсөнсө йыл инде  интернеттағы Хан академияһы  сайты  ярҙамында үтә.Халыҡ-ара  сайтта уҡытыу инглиз телендә алып барыла.  
Дәрестә уҡыусыларға үҙаллы эшләргә  ирек бирелә. Компьютерҙа һәр уҡыусының эше  сағылып бара.
Һигеҙенсе синыф уҡыусылары ҡыҫҡа ғына ваҡытта бик күпте өйрәнгән. Белем биреүҙә был алымды ҡулланыу шуныһы менән отошло - дәрескә килә алмаған бала  программанан артта ҡалмай. Ул интернет булған ерҙә каникул ваҡытында ла үҙаллы шөғөлләнә ала. Өлгәше яҡшыраҡ булғандар  башҡалар менән бер кимәлдә уҡып ултырмай, ул сайтта бирелгән программаларҙы үҙ аллы үтә.
Уҡытыусылар  әйтеүенсә, мәғлүмәти  технологиялар өлкәһендә Рәсәйҙә тәжрибәле белгестәр аҙ. Мәктәп балаларына ситтән белем алыу өсөн рус телендәге сайттар етерлек түгел.  Шуға лицей уҡыусылары инглиз телендәгеһенә өҫтөнлөк бирә. Унда  математика, геометрия, биология һәм башҡа фәндәрҙе лә үҙләштерергә була. Иң мөһиме - ул бушлай. Дәрес тотош  интернет сайты аша алып барылмай, ул ярҙамсы элемент булараҡ ҡулланыла.
Информатика - егеттәрҙең иң яратҡан дәресе. Уларҙың ҡайһы береһе киләсәген ошо йүнәлештәге хеҙмәт менән бәйләргә лә уйлай. Донъя кимәлендәге селтәрҙә  уҡыған егеттәр, бәлки, республикабыҙҙа үҙҙәре дистанцион белем алыу өлкәһен камиллаштырыр. Ни тиһәң дә,  компьютер технологиялары ярҙамында  белем алыу әле беҙҙә киң таралмаған.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика