Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел 26.05.2015

Өфөлә пенсионерҙар өсөн курстар эшләй. Компьютер серҙәренә төшөнгән өлкән йәштәгеләр артабан  интернет донъяһын да байҡай аласаҡ. Курстар 10 көнгә иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт арауығында өсөнсө быуын вәкилдәре компьютер менән ҡулланыу нескәлектәре  буйынса теоретик һәм практик дәрестәр ала. Заман гаджеттары менән танышырға теләүселәр  30-ға яҡын. Уларҙың һәр береһенә курстарҙы тамамлау хаҡында сертификат тапшырыла.  

Пенсионерҙарҙы уҡытыу кадрҙар әҙерләү үҙәге базаһында үтә. Курстарҙан һуң өлкән йәштәгеләрҙең, теләктәре буйынса эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә  бар. Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, быға тиклем улар тиҫтәләрсә пенсионерға эшкә урынлаштырырға ярҙам иткән. Предприятелар тормош тәжрибәһе булған кешеләрҙе  ҙур теләк менән эшкә ала. Шуға ҡарамаҫтан, курста уҡыу һәр кемгә лә эш гарантияламай, ә тәү сиратта өҫтәмә белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тиҙҙән ошондай уҡ курстар Дыуан районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла үтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика