Уҡымайса һөнәр

Уҡымайса һөнәр 17.07.2015

Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад һәм филология факультеттарының өс хеҙмәткәре ялған диплом яһауҙа ғәйепләнә.  

Тикшереү асыҡлауынса, уларҙың береһе абитуриентҡа "Юриспруденция" һөнәре буйынса белем алыу таныҡлығы тәҡдим итә. Килешеүҙең хаҡы 250 мең һум була, уға ярашлы һатып алыусыға уҡырға йөрөргә һәм имтихандарҙы тапшырырға ла кәрәк булмай. Абитуриент был турала полицияға хәбәр итә, мутлашыусылар оператив хеҙмәткәрҙәр биргән ялған купюралар менән тотола. Осраҡ Өфөнөң Киров районы судында тикшерелә. Ғәйепләнеүселәр енәйәттәрен инҡар итә.
Артур Халиҡов, Өфөнөң Киров районы прокуроры урынбаҫары: «Киров районы прокуратураһы иҡтисад факультетының ике хеҙмәткәре һәм филология факультеты инженерына ҡаршы ғәйепләү хөкөмө сығарҙы. Был ханымдар өс статья - ялған документ етештереү, ришүәт алыу һәм мутлашыу буйынса ғәйепләнә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика