Һуңғы йылдарҙа демография өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр балалар баҡсаһына сиратты ла бермә-бер арттырғайны

Һуңғы йылдарҙа демография  өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр балалар баҡсаһына сиратты ла бермә-бер арттырғайны 16.08.2016

Баймаҡ ҡалаһында һуңғы өс  йылда ике яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Һөҙөмтәлә 500-гә яҡын бала мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырылған.

Бөгөн ата-әсәләр сабыйҙары донъяға килеү менән балалар баҡсаһына сиратҡа баҫырға мәжбүр. Шунһыҙ булмай. Һуңғы йылдарҙағы демографик хәл шуны талап итә. Бынан өс йыл элек  220 балаға иҫәпләнгән Миләш балалар баҡсаһы асылыуы урындағы биҫтәлә йәшәүселәр өсөн оло байрамға әүерелде. Сөнки быға тиклем ата-әсәләргә балаларын үҙәккә йөрөтөргә тура килә, сират көтөп өйҙә ултырыусыларҙа бихисап була. Ә бына сит райондан күсеп килгән Баҙамшиндар ғаиләһенә бер юлы ике ҡыҙын  яңы асылған баҡсаға урынлаштырыу мөмкинлеге тыуа.
Хәҙерге Балалар баҡсаһын элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел, яңы учреждениелар заман талаптарына яраҡлаштырылып төҙөлә. Музыка, спорт залдары махсус әйберҙәр менән  йыһазландырылған, бынан тыш балаларҙың үҙаңын үҫтереү маҡсатында башҡорт һәм рус халҡының көнкүрешенә арналған музейҙар, махсус бүлмәләр эшләй.Баҡсала үҙенсәлекле уйын бүлмәһе лә булдырылған. Бында балаларға ҡыйбатлы заман технологиялары- планшетта, башҡа төрлө уйынсыҡтарҙы уйнау мөмкинлеге бар.
150 балаға иҫәпләнгән Толпар балалар баҡсаһы ла районда күптән түгел сафҡа ингән объекттар иҫәбендә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, уны бар яҡлап  үҫтереү башҡорт халҡының милли уйындарына таянып эш итеүгә ҡайтып ҡала. Бында тәрбиәселәр үҙ хеҙмәтендә ауыҙ-тел ижадын киң ҡуллана. Район кимәлендә төрлө сараларҙа  балаларҙың уңышы быға асыҡ дәлил.
Бөгөн районда 65  мәктәпкәсә белем учреждениеһы эшләй. Ауылдарҙа биналар төҙөкләндерелеп, өҫтәмә төркөмдәр асыла. Әммә маҡсатлы эш алып барылһа ла, баҡсаларға сират мәсьәләһе ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә, Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәр өсөн актуаль.  Тағы ла 120 балағы иҫәпләнгән балалар баҡсаһының төҙөлөшө киләсәктә сафҡа инәсәк объекттар исемлегенә инә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика