Һуңғы йылдарҙа белгестәрҙе дәртләндереү, төрлө ойошмаларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән дәүләт программалары ҡарала башланы 19.04.2016

Мәҫәлән, ауылдарҙа урынлашҡан мәҙәниәт учреждениелары араһында иң яҡшыларын билдәләү ауыл клубтарының, китапханаларының эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Йыл да Баймаҡ районы мәҙәниәт учреждениелары сарала әүҙем ҡатнаша. Был юлы республикала Һаҡмар ауыл китапханаһы иң яҡшыһы тип табылып, аҡсалата премияға лайыҡ булды.

Көндән-көн заман технологияһы, Интернет селтәре йәшен тиҙлеге менән үҫешә. Шуға күрә кәрәкле мәғлүмәтте һин өйҙән сыҡмай ғына таба алаһың. Әммә китапхананы Интернет менән сағыштырып булмай. Ни тиһәң дә, төрлө йыйынтыҡтар, китаптар менән эшләү кешене мәғлүмәти яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан та байыта. Бөгөн Һаҡмар ауылы китапханаһында бай китап фонды тупланған, бынан тыш  ауыл тарихы, уның билдәле кешеләре хаҡында ла материалдар һаҡлана. Бында егерме биш йыл дауамында китапханасы булып эшләгән Ғәлиә Мәһәҙиеваның өлөшө ҙур.
Ауылда китапхананың ‐ мәҙәни үҙәккә әүерелеүе китапханасының әүҙем эшләүенә бәйле. Бөгөн бында уҡыусы балаларҙы берләштергән «Таңсулпан» һәм «Шоңҡар» үҫмерҙәр клубы, Йәш ижадсылар түңәрәге эшләй. Һуңғы йылдарҙағы матди ауырлыҡтарға бирешмәй, китапхана ун биштән ашыу төрлө гәзит-журналдар яҙҙыра. Тап матбуғат менән танышыу китапханаға йөрөүселәрҙең һанын күпкә арттыра.
Китапхана сиктәрендә Ғәлиә Мәһәҙиева музей ҙа булдыра. Бында ауыл халҡынан йыйылған көнкүреш кәрәк- яраҡтары, һуғыш йылдарынан ҡалған әйберҙәр тупланған. Бөгөн дә музейҙы тулыландырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Республикала Һаҡмар ауылы китапханаһының яҡшылар рәтендә булыуы үҙен тулыһынса аҡлай. Сөнки китапхана- ауылдың мәҙәни үҙәгенең Бер өлөшөнә әйләнгән, хәҙерге заман ҡаршылыҡтарын йырып, үҙ уҡыусыларын юғалтмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика