Һуңғы ҡыңғырау

Һуңғы ҡыңғырау 25.05.2017

Башҡортостанда 17 меңдән ашыу 11 синыф уҡыусыһы оло тормош юлына баҫа. Сираттағы уҡыу йылы тамамланыуы уңайынан республиканың  белем усаҡтарында  тантаналы линейкалар уҙҙы. Сығарылыш синыфы уҡыусыларын әле имтихандар көтә, шулай ҙа мәктәп менән хушлашыу күркәм байрамға әйләнде.

Быйыл Баймаҡ районында  253 уҡыусы ун беренсе, ете  йөҙҙән ашыуы-туғыҙынсы  синыфты   тамамлай. Белем донъяһына илткән мәктәп менән хушлашыу еңел түгел. Әле сығарылыш синыф уҡыусыларын етди һынауҙар көтә. Алда  берҙәм дәүләт имтихандары.
Баймаҡ  лицей-интернатын   ҡырҡ ике  уҡыусы тамамланы. Быйыл да мәктәп  лайыҡлы алмаш әҙерләп сығара.  Улар араһында   төрлө олимпиада енеүселәре  лә, призлы урындар яулаған спортсылар ҙа бар. Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусыларына, ҡасандыр ошо белем усағын тамамлаған күренекле ғалим, профессор  Йәлил Һөйөндөковтың  премияһын  тапшырылды.
Иглин районында ла 8 йөҙгә яҡын сығарылыш синыф уҡыусыһы яратҡан мәктәптәре, белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусылары менән хушлашты. Оло тормош юлына аяҡ баҫыусы йәштәргә бай тәжрибә туплап өлгөргән абруйлы шәхестәр, уҡытыусылар, ата-әсәләр изге теләктәрен еткерҙе.    
Сығарылыш синыф уҡыусыһы Таһир киләсәк һөнәрен һайлаған да инде. Ул урман хужалығы техникумына инеп, аҙаҡтан институтты тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайтырға ниәтләй.  Хәйбулла районының Һамар урта мәктәбендә лә сығарылыш синыф уҡыусыларын оҙатыу тантаналы шарттарҙа йыр-моңға  һәм  бейеүҙәргә үрелеп барҙы.
Быйылғы уҡыу йылында Хәйбулла районында 140 уҡыусы ун беренсе, өс йөҙ һикһән алтыһы туғыҙынсы синыфты тамамлаған. Ҡыҙҙар-егеттәр киләсәк һөнәрҙәрен һайлаған, уларға бары имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инеүҙәрен теләргә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика