Тырыш уҡыусыларға премия

Тырыш уҡыусыларға премия 01.09.2015

Мәләүез районының Советтар Союзы геройы Зөбәй Үтәғолов  исемендәге  Үрге Юлдаш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ошондай бүләккә бер уҡыусы лайыҡ булды. Мәктәптең тәүге директоры Әмин Әлмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған  премия һигеҙенсе йыл рәттән бирелә.

Үтте лә китте каникул, үткәнен дә һиҙмәнем тиһәләр ҙә, балалар мәктәпте, дуҫтарын һағынып килә.
Уртаса ғаиләнәнме, хәллерәгенәнме, күпселек балалар белем тауына үрләү серҙәренә тик мәктәптә генә төшөнә башлай. Советтар Союзы геройы Зөбәй Үтәғолов  исемендәге  Үрге Юлдаш төп дөйөм белем биреү мәктәбе 83-сө уҡыу йылын башлай.Быйыл бында 40 бала шөғөлләнәсәк.
Балаларҙың үҙ донъяһы, ә Белем байрамына килгән өлкәндәр берсә ҡыуана, берсә көйөнөп тә алғандыр. Ни өсөн тигәндә, заманында 200-300 урынға иҫәпләнеп төҙөлгән мәктәптә бөгөн 4-5 тапҡырға әҙерәк уҡыусы шөғөлләнә. Юлдаш урта мәктәбен 1964 йылда тамамлаған Дилара Алтынғужина үҙе лә уҡытыусы. Ул саҡтарҙа урта белем алыуға күптәр өлгәшә алмаһа ла, эшкә урынлашыу ҡыйынлығы юҡ ине, ти.
Тәүге директор Әмин Әлмөхәмәтовтың ейәне Илмар Әлмөхәмәтов, олатайыбыҙ, ата-әсәләребеҙ беҙгә мәктәпте ташламау васыятын әйтеп ҡалдырҙы, тип хәтерләй. Улар тапшырған премия аҡса яғынан мул булмаһа ла, яҡшы дәртләндереү сараһы. Быйыл уны 6 синыф уҡыусыһы Нәфис Ишһарин алды.
Мәктәп эскәмйәһендә 1 синыфҡа килгән ике бөртөк кенә уҡыусы - Артур Яҡупов менән Илсаф Сафаров ултыра. Яҡшы уҡыясаҡтармы-юҡмы, уныһы әлегә билдәһеҙ, әммә премияны улар тәүге көндә үк хәтерендә ҡалдырҙы.
Был көндө теләктәр күп әйтелә. Ауыл малай-ҡыҙҙарына күп осраҡта тәүәкәллек етмәй.Был ветеран уҡытыусыларҙы ла хәүефләндерә.
Ҡыҫҡартыуҙар, «оптималләштереү» елдәрен көс-хәл менән тиерлек йырып сығып «Ергән мәктәбе филиалы» итеп ҡалдырылһа ла, Үрге Юлдаш мәктәптең тарихы бай, традициялары көслө.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика