Туған тел байрамы

Туған тел байрамы 10.01.2018

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. Бөгөн белем усағында башҡорт телен туған тел һәм телде дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүселәр бәйгеһен асыу тантанаһы үтте. Олимпиадаға республика мәктәптәренән, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 300-гә яҡын уҡыусы килде.

Ҡышҡы каникул буйы ҡулдарынан китап төшөрмәгән уҡыусылар һәр сығышты алҡыштарға күмде. Төрлө төбәктәрҙән килгән өс йөҙгә яҡын уҡыусы туған тел байрамында рухланып, етди һынауҙар алдынан бер аҙ ял итеп алғандай тойолдо.
Төбәк-ара бәйгегә эләгеүселәр барыһы ла район-ҡала этабында еңеү яулаусылар. Шуға ла ҡатнашыусыларға беренселекте алыр өсөн тырышырға кәрәк. Ҡырмыҫҡалы районынан Илгизәр менән Айрат иншаны яҡшы яҙыр өсөн күп китаптар уҡыған, бәйгеләрҙә ҡатнашҡан.
Йыл һайын уҙғарылып килгән олимпиадала быйыл да Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Уҡытыусылар әйтеүенсә, балалар бәйгегә ашҡынып килә, олимпиада улар өсөн дуҫтар табыу, туған телдә ихлас аралашыу мөмкинлеге лә.
Олимпиада өс этаптан тора. Уҡыусыларҙың туған телдә иркен аралышыуын, яҙма эштәрен абруйлы баһалама ағзалары ҡараясаҡ.
Наҙгөл Шәфиева киләсәктә башланғыс синыф уҡытыусыһы булмаҡсы. Шуға ла тел буйынса белемен әленән үк камиллаштыра. Инша яҙғанда ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы үҙ өҫтөмдә эшләргә булышлыҡ итә, ти ул.
Инша яҙылһа, алда икенсе һынау: тест һорауҙары. Башҡорт теле буйынса олимпиаданан тыш, Өфөлә шулай уҡ туған телдәр буйынса бәйге үтә.
Ысынлап та, бәйгелә ҡатнашыусылар арта икән, тимәк, тел дә йәшәйәсәк. Ә уны өйрәнеү өсөн төп шарт теләк булыуы. Яңы йылда республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың дәүләт һәм милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырыу, уға 50 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү тураһындағы указы ла тыуған телебеҙҙе өйрәнеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку