Туған тел байрамы

Туған тел байрамы 10.01.2018

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. Бөгөн белем усағында башҡорт телен туған тел һәм телде дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүселәр бәйгеһен асыу тантанаһы үтте.

Олимпиадаға республика мәктәптәренән, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 300-гә яҡын уҡыусы килде. Улар тәүҙә юғары уҡыу йорто студенттары тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһын ҡараны. Әлеге ваҡытта 9-11 синыф уҡыусылары араһында сәмле бәйге бара. Шуны билдәләргә кәрәк, туған тел буйынса олимпиадаға ҡатнашыусылар барыһы ла  район-ҡала этабында еңеү яулаусылар. Бөгөн улар инша яҙһа, иртәгә тест һорауҙарына яуап бирәсәк.
Өс көн дауам итәсәк олимпиадала төрлө төбәктәрҙән йыйылған һәләтле балаларҙы шулай уҡ билдәле шәхестәр, шағир-яҙыусылар менән осрашыуҙар көтә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, башҡорт теле буйынса бәйге уҡыусыларҙы берләштереү сараһы ла булып тора. Бөгөн шулай уҡ туған телдәр буйынса олимпиада Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында ла уҙа. Тулыраҡ «Яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика