Тиҙҙән башҡорт китаптарын кеҫә телефоны аша уҡырға мөмкин буласаҡ

Тиҙҙән башҡорт китаптарын кеҫә телефоны аша уҡырға мөмкин буласаҡ 09.03.2016

Билдәле веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатов халҡыбыҙҙы тағы бер милли интернет ҡушымта менән ҡыуандырҙы. Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ виртуаль киңлектәргә сыҡҡан барлыҡ башҡорт китаптарын берләштергән программа эшләгән. Бөгөн Өфөлә проекттың исем туйы үтте.

Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ Илдар Кинйәбулатовтың эшен тотош Рәсәй халҡы күҙәтә һәм актив ҡуллана, тип әйтһәк  һис тә хата булмаҫ. Интернет селтәрендә һуңғы ваҡытта ҙур популярлыҡ яулаған ҡушымталар үҙ ҡулланыусыһын таба килә. Башҡортсаға тәржемә ителгән «Бәйләнештә» социаль селтәре, скайп, башҡорт һәм рус теле һүҙлеге һәм сираттағы яңылыҡ - башҡортса электрон китапхана. Былар барыһы ла Илдарҙың башланғысы менән эшләнде.
«Китаптар» проекты әлеге ваҡытта иң күләмлеләрҙән һанала. Бөгөнгә 11 меңгә яҡын китап күсермәһе донъя күргән. Башҡортса электрон китапхана төҙөү идеяһы халыҡ араһында күптән йөрөһә лә, эшкә ныҡлап тотоноусы булмай. Ә уның кәрәклеге бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Мәсьәлә бигерәк тә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн көнүҙәк ине.
Әлеге ваҡытта сайт ағзалары Әхмәтзки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә проекты тулыландырыу  эшен яйға һалмаҡсы. Проект асылғандан алып,  сайтҡа инеүселәр һаны көндән-көн арта. Бер ай эсендә генә башҡортса электрон китап уҡырға теләүселәр  туғыҙ мең ярым кешенән ашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика