Тел күрке – һүҙ 21.11.2014

Бөгөн Өфөлә «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләре» темаһына арналған 14-се Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Был юлы сара күренекле башҡорт телселәре, төркиәтсе, филология фәндәре докторы Сәриә Миржанованың тыуыуына  90, филология фәндәре кандидаты, башҡорт лексикографы Нәсимә Суфиянованың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналды.

Конференция ике секцияла үтте. Сарала тел ғилемен, башҡорт фольклор нескәлектәрен өйрәнеү буйынса 5 тиҫтәләп доклад тыңланды. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Пермь, Новосибирск, Сыктывкар ҡалаларынан 200-ләп вәкил ҡатнашты. Телдәрҙең һаҡланып ҡалған диалекттарын өйрәнеү маҡсатын ҡуйған форумдың пленар ултырышында фин-уғыр, бүрәт, алтай һәм башҡа телдәрҙең диалекттары тикшерелде. Диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды.
Конференцияла шулай уҡ күренекле башҡорт телсеһе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы Сәриә Миржанованың улы Урал Зарипов та ҡатнашты. Ул әсәһенең тормош юлы һәм ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан «Умырзая» фольклор ансамбле Ҡыҙыл йылғаһы ерлегенә  хас диалектағы йырҙары менән һөйөндөрҙө. Күбәләк һөйләшенә ҡараған башҡорттарҙы өйрәнеүгә күп көс һалған филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова әле лә  эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Туған телдә белем алыу һәм өйрәнеү хоҡуғын беҙ үҙебеҙ башларға тейешбеҙ, ти ғалимә.
Рәсәйҙә йәшәүселәр бөгөн 240-тан ашыу  диалектта аралаша. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың ҡайһы берҙәре юғалыу сигендә. Телдәрҙең үҙенсәлеген һаҡлау, һөйләштәрҙе мөмкин тиклем өйрәнеп ташҡа баҫтырыу  фәнни форумдың төп маҡсаты булды. Ә туған телде һаҡлау һәр кемдең мөҡәддәс бурысы.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика