Тел белгестәре бишеге 27.06.2014

Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультетының сығарылыш уҡыусылары дипломдар алды. Быйыл факультетты бөтәһе 69 студент тамамлай. Уларҙың 25-е ҡыҙыл дипломдарға өлгәшкән.

Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультетының сығарылыш уҡыусылары дипломдар алды. Быйыл факультетты бөтәһе 69 студент тамамлай. Уларҙың 25-е ҡыҙыл дипломдарға өлгәшкән.

Эшмәкәрлек осоронда факультет 4 мең ярым тел белгесе әҙерләп сығарған. Әлеге көндә бында бөтәһе 13 фән докторы һәм 38 фән кандидаты эшләй. Инглиз, немец һәм француз телдәре уҡытыла. Шулай уҡ факультатив дәрес булараҡ ҡытай теле лә өйрәнелә. Уҡытыусылар билдәләүенсә, факультетты тамамлаусылар киләсәктә яҡшы эшкә урынлаша. Кемдер сит илгә сығыуҙы хуп күрә, икенселәр тәржемәсе йәки уҡытыусы һөнәрен һайлай.

Рәхим Мерәҫов, БДУ-ның роман-герман филологияһы факультеты деканы: «Мин ошондай факультет етәкләүем менән ғорурланам. Бында юғары әҙерлекле уҡыусылар килә. Белгестәребеҙ төрлө илдәрҙә эшләй. Берләшкән миләттәр ойошмаһында, Рәсәй министрҙар кабинетында ла улар бар. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр рәсми рәүештә 23 тәржемәсе әҙерләп сығарҙыҡ».


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика