Тарихи тамырҙарға яңыса ҡараш 08.10.2015

Өфөлә бөгөн  шәрҡиәтселәрҙең 10-сы съезы асылды. Ул «Рәсәй һәм көнсығыш- илдәр һәм халыҡтар бәйләнеше» тип атала.  Бөйөк шәрҡиәтсе  Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнала күләмле форумды асыу тантанаһында  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Дәүәләт Думаһының аналитика  идаралығы етәксеһе Андрей Петров һәм башҡа ҡунаҡтар  сығыш яһаны. Сьезда Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың  балалары - фән докторҙары Иҫәнбикә менән Субиҙәй Туғандар һәм  төрлө илдәрҙән 300-ҙән ашыу шәрҡиәтсе ғалим ҡатнашты.

Өфө шәрҡиәтселәрҙең съезын икенсе тапҡыр ҡабул итә. Көнсығышты өйрәнеүселәрҙең форумы тәүге тапҡыр 2006-сы йылда үтә. Тап ул республикала  күп башланғыстарға нигеҙ һала, эш уҡыу йорттарында бүлектәр асыуҙан һәм боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеүҙән башлана.  
Шулай уҡ был осорҙа күләмле  фәнни хеҙмәттәр донъя күргән. Съезға ла шәрҡиәтселәр өсөн ҡулъяҙмалар каталогы нәшер ителгән,  ул ғалимдарға кәрәкле материалдарҙы табыуҙы күпкә еңелләштерә. Республика башлығы  ла съезды  үткәреү урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуының осраҡлы булмауын билдәләне. Республикабыҙ Европа менән Азия киҫешкән  ерҙә урынлашҡан,  бында көнсығыш һәм  көнбайыш мәҙәниәте осраша.  Башҡортостан Рәсәйҙә шәрҡиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән төбәк, тине  Рөстәм Хәмитов
Төрки халыҡтарҙың тамырҙары бер, уларҙың  теле генә түгел, йолалары ла, ғөрөф-ғәҙәттәре лә оҡшаш.  Халыҡ-ара төрки академия Президенты Дархан Ҡыҙрали бөтә донъяға  билдәле  Башҡортостан мәғрифәтселәренең  ҡулъяҙмаларын юғары төрки уҡыу йорттарының программаһына индерергә тәҡдим итте.
Төркиә фәндәр академияһы академигы Иҫәнбикә Туған иһә  атаһының  шәхесенә  ихтирамы өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Был съезд бөйөк ғалимдың  ижади мираҫын өйрәнеүҙә яңы биттәр асыр тип көтөлә. Шәрҡиәттте  өйрәнеүгә килгәндә инде уға башланғыс быуаттар төпкөлөндә үк һалынған, хәҙер тарихи тамырҙарға  яңынан әйләнеп ҡайтыу ғына кәрәк.  
Көнсығыш нескә ҡараш талап итә, әммә шәрҡиәтселәр был йүнәлештәге эшмәкәрлектең һөҙөмтәле булырына шикләнмәй. Иң мөһиме яҡшы башланғыс бар, ҡалғаны инде ваҡыт һорауы ғына.
10-сы юбилей съезы 4 көн дауам итә. Ошо осорҙа шәрҡиәтселәр ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса фекер алышырға ниәтләй. Рәсәй менән Көнсығыш араһындағы хеҙмәттәшлек борондан килә. Заманыда Советтар Союзында  дәүләт булараҡ тәүҙә тап көнсығыш илдәре таный, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә  бәйләнештәр нығына. Бөгөн ошо тарихи тәжрибәгә таянып  яңы үҫеш мөмкинлектәрен барлау талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика