Стәрлетамаҡ районының  Южный ауылында мәктәп йәшендәге 17 сабый  балалар баҡсаһында ремонтты көтөп ала алмай 03.03.2016

Урындағы мәктәпкәсә учреждение бынан егерме йыл элек ябылған. Тыуым күрһәткестәре артҡан заманда ауылда балаларҙы мәктәпкә әҙерләү ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Йәш әсәләр эшкә сыға алмай.

Был харабалар йортһоҙҙар туҡталҡаһын хәтерләтә. Ә ҡасандыр был бүлмәләр бала-сағаның шат тауыштарынан яңғырап торған. Ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы балалар баҡсаһы бинаһы ныҡ,  уны төҙөкләндерергә кәрәк, тигән фекерҙә. Әммә  ремонт эштәре атҡарып сығыр өсөн аҡса етмәй. Ауылдаштарының юғары инстанцияларға яҙған хаттарына әлегә тиклем аныҡ ҡына яуап юҡ.
Светлана Терентьева дүрт бала әсәһе. Тормош иптәше Себергә вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Бәләкәстәрен ҡарашыр кеше булмағас, яҙырға, һыҙырға үҙенә өйрәтергә тура килә.
Стәрлетамаҡ районының Южный ауылында 287 кеше йәшәй. Күмәк балалы биш ғаиләлә мәктәпкәсә йәштәге 17 бала үҫә. Cтәрлетамаҡта һәм «Калинин» исемендәге хужалыҡта эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар бер төптән ауылда балалар баҡсаһы асыу  мәсьәләһен күтәрә.
Әсәләргә ысынлап та, еңелдән түгел. Улар урамда ҡарауһыҙ уйнарға мәжбүр булыусы балалары өсөн борсола. Эшкә сығырҙар ине, балаларҙы ҡалдырыр ер юҡ. Транспорты булғандар ейәндәрен күрше ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөтә.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә ауылда балалар баҡсаһы буласаҡмы тигән һорауға аныҡ ҡына яуап алманыҡ. Ләкин йәш әсәләр балалары менән профессиональ әҙерлекле тәрбиәселәр шөғөлләнәсәгенә өмөтөн өҙмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика