Сермән балалар йорто урынында балалар баҡсаһы асыла 13.04.2016

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтәсәк. Шулай уҡ бында  мәшһүр шәхестең музейын  һаҡлап ҡалыу ҙа ҡаралған.  Был турала бөгөн Башҡортостан мәғариф министрлығында белдерҙеләр.

Бер быуатҡа яҡын эшләп килгән Сермән балалар йортоноң ябылыуы  етемдәрҙең кәмеүенә бәйле.  Бөгөн был учреждениела 30-ҙан ашыу ғына бала тәрбиәләнә, хеҙмәткәрҙәр һаны 70-кә яҡын.  Сермәндә әле тәрбиәләнеүселәрҙең   тиҫтәгә яҡыны быйыл мәктәпте тамамлай, бөгөнгө көндә уларҙы уҡырға индереү буйынса  эш алып барыла. Ҡалған балаларҙы  тәрбиәгә биреү  ҡаралған.  Белгестәр әйтеүенсә, һәр бер бала ғаиләлә үҫергә тейеш.   Балалар йортоноң бинаһына килгәндә, унда  мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эш башлай. Сөнки  төбәктә  балалар баҡсаһына ихтыяж юғары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика