Серафимовка балалар йортонда профсоюз ойошмаһы йыйылышы үтте

Серафимовка балалар йортонда профсоюз ойошмаһы йыйылышы үтте 28.03.2017

Приютта сәләмәтлеге  буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр, аҡылы яғынан артта ҡалған һәм  ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар    тәрбиәләнә. Уларҙы көндәлек тормошта кәрәк булған эштәргә, шөғөлдәргә өйрәтәләр. Ҡыҙҙар кейем тегә, малайҙар бәйләм бәйләй, ғөмүмән, балалар йортонда улар байтаҡ һөнәрҙәр үҙләштереп сыға.

Әле интернатта 400-ҙән ашыу бала һәм үҫмер  йәшәй. Төркөмдәр йәше буйынса түгел, аҡыл кимәле буйынса туплана. Уларҙың һәр береһе менән  белгестәр айырым  тәрбиәүи саралар алып бара. Приют хеҙмәткәрҙәре эше профсоюз ойошмаһы йыйылышында билдәләнде. Кәңәшмәлә йыл йомғаҡтары барланды, хеҙмәт алдынғыларына маҡтау грамоталары тапшырылды, учреждение хеҙмәткәрҙәрен борсоған төп мәсьәләләр ҡаралды.  
Лиана Муллағәлиева, Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе профсоюздарының башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары: «Серафимовка балалар йортонда эшләүселәр, айырыуса  медицина хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпускыһыҙ ҡалған. Беҙ Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт иттек. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы дәүләт экспертизаһы үткәрәсәк. Ул ыңғай һөҙөмтә бирер тип ышанабыҙ, кире осраҡта суд аша ғәҙеллек юлларға тура киләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика