Себеште көҙ һанайҙар йәки Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса республикала иң -иңдәр билдәләнде 30.08.2014

Өфөнөң Киров районы мәктәптәре  иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Быйыл  республикала Берҙәм дәүләт имтихандарында бүлмәләргә видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды, телефон индереү тыйылды, балалар хатта металл эҙләү ҡоролмаһы менән тикшерелде. Йәмәғәт күҙәтеүе лә көсәйтелде. Бындай ҡаты талаптар  юҡҡа ғына индерелмәне. Башҡортостан бер нисә йыл  рәттән Берҙәм дәүләт имтихандарын биргәндә тәртип боҙоу осраҡтары күплеге  буйынса  алдынғылар рәтендә килде. Бына, ниһайәт, республика ул исемлектән төштө.

Киров районының 5-се лицейы - Берҙәм дәүләт имтиханын биреү пункттарының береһе. Быйыл белем усағын 111 бала тамамлаған. Уларҙың 50 проценты юғары уҡыу йорттарына бюджет иҫәбенә уҡырға ингән. Сығарылыш синыф уҡыусылары күберәк ӨДНТУ, ӨДАТУ һәм БДУ-ны һайлаған.
 Ксения Носенко, 5-се лицейҙың сығарылыш уҡыусыһы: «Беҙ Берҙәм дәүләт имтихандарына һуңғы ике йылда ныҡ әҙерләндек. Уҡытыусыларға рәхмәтлебеҙ. Бүлмәләргә күҙәтеү камераларын алдан ҡуйҙылар, имтихандарға тиклем беҙ уларға өйрәнеп бөткәйнек инде. Мин рус теле менән математиканан тыш, химия фәненән имтихан тапшырҙым. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына бюджет урынға уҡырға индем».
Белем усағына яңы уҡыу йылына 2200 ашыу бала уҡырға килә. Лицейҙа «Беҙҙең яңы мәктәп», «Һәләтле балалар» һәм башҡа өҫтөнлөклө проекттар ғәмәлгә ашырыла. Физика-математика, химия-биология һәм социаль-иҡтисади йүнәлештә профилле уҡытыу алып барыла. Уҡытыусылар әйтеүенсә, һынауҙарға әҙерлек бәләкәй синыфтарҙа уҡ башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика