Әсәм теле - сәсән теле

Әсәм теле - сәсән теле 22.04.2017

Бөгөн  башҡорт теле буйынса тоталь диктант үтте. Сара 2015-се йылдан бирле ойошторола башлай,  был идеяны билдәле журналист  Рәшиҙә Мәһәҙиева күтәреп сыға.  Диктант онлайн режимда бара, уны донъяның теләгән бер ҡитғаһында  яҙырға мөмкин.  Төп аудитория  иһә Башҡорт дәүләт университетында урынлашҡан.

Быйыл  башҡорт теле буйынса төбәк диктантын уҡыу бурысы Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовҡа йөкмәтелгән. Алдағы йылдарҙа текстарҙы  Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин менән Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев  яҙҙырғайны. Был оло яуапллылыҡ, тәҡдимде тулҡынланыу менән ҡабул иттем, ти Рәсүл Ҡарабулатов.
Текст һайлау ҙа бик етди һәм ентекле барған. Диктант өсөн  классик яҙыусыларҙың йөкмәткеле, халыҡсан, һутлы тел менән яҙылған, башҡорт теленең бар матурлығын сағылдырған әҫәрҙәр һайлана. Быйыл өлөш  Ғайса Хөсәйеновтың "Әсәм теле-сәсән теле"нә төшкән. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы өсөн был көтөлмәгән  ҡыуаныслы яңылыҡ булған.
Диктант өсөнсө йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, актуаллеген юғалтмай, ҡыҙыҡһыныусылар һаны йылдан-йыл арта бара.
Башҡорт теле буйынса быйылғы диктант та беҙ ҙә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Анкетала исем-шәрифеңде күрҙәтергә, аноним рәүештә яҙырға ла мөмкин.  Диктант тик үҙ белемеңде тикшереү өсөн үткәрелә. Уның һөҙөмтәләрен сайтта  ҡарарға була.
Хәҙерге заманда техник мөмкинлектәр киң, диктантты  донъяның теләгән бер ҡитғаһында яҙырға мөмкин.  Яҙмаңды  үҙең тикшерергә лә була.
Диктант яҙыусылар араһында төрлө һөнәр  эйәләре бар.  Хатта башҡорт теленең бар нескәлектәрен белгән ғалимдар ҙа, диктант ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә, тел байлығын тойорға ярҙам итә, ти .
Иң ҡыуаныслыһы аудиторияла  өлкән быуын вәкилдәре менән бер рәттән йәштәрҙең күплеге , был инде үҙе үк  башҡорт телендә аралашыусыларҙың күп булыуын күрһәтә.
Төбәк диктанты тамам, ул башҡорт телен һөйөүселәрҙе бергә йыйҙы. Сара  телде популярлаштырыу, йәмғиәттә тотҡан урынын аңлатыуҙың бер алымы ла булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика