Рус теленән тоталь диктант 15.04.2015

18 апрель көндөҙгө сәғәт 2-лә теләге булған һәр кем үҙенең белемен тикшерә ала. Өфөлә яҙма эш 8 пунктта үтә. «Тоталь диктант» брендының авторы Новосибирск ҡалаһы булһа ла, идеяны өфөләр ҙә берҙәм күтәреп алған.

Өфөлә тоталь диктантты Наталья Панчишина ойоштора. Бөгөн ул журналистарҙы яҙма эшкә  әҙерлек эштәре менән таныштырҙы.
Наталья  Панчишина, Өфө ҡалаһында тоталь диктант яҙыуҙы ойоштороусы: «18 апрелдә тоталь диктант тотош донъя буйынса үтә. Сараның маҡсаты - белемеңде тикшереү һәм рус теленә иғтибарҙы арттырыу. Диктантты билдәләнгән урындарға барып йәки интернет аша ла яҙырға була. Шуныһы ҡыуаныслы, диктант яҙыуҙа ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта».
Акцияла Рәсәйҙең 510, шул иҫәптән Башҡортостандың 7 ҡалаһы ҡатнаша. Былтыр диктантты Өфәлә 1300-ҙән ашыу кеше яҙһа, быйыл улар мең ярымдан ашыу булыр тип көтөлә. Үткән йылғы күрһәткестәр буйынса 41 кешенең эше бишкә баһаланған.
Игорь  Артюшков, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры: «Эксперт комиссияһы рәйесе булараҡ ошондай сараларҙың файҙалы булыуын билдәләр инем. Барыһын да акцияла ҡатнашып, белемен һынап ҡарарға саҡырам».
Текст «Лавр» романының авторы Евгений Водолазкиндыҡы. Тик ул әлегә билдәһеҙ. Диктант яҙыусыларға бүләк тә әҙерләнгән. Уларға «Читай-город» китапханаһына ташлама биргән купондар таратыласаҡ. Акция буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте  online.totaldict.ru сайтында табырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика