Рух ныҡлығы, көс талап иткән һөнәр

Рух ныҡлығы, көс талап иткән һөнәр 17.11.2014

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының «Социаль эш» кафедраһы 20 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Был йүнәлеш буйынса белгестәрҙе уҡыу йорто 1994 йылдан алып әҙерләй. Тәүҙә иҡтисад факультетында нигеҙ һалынған кафедра хәҙер философия һәм социология факультетына ҡарай.

Кафедрала махсуслашыусы белгестәр артабан район, ҡала хакимиәттәренең халыҡты социаль яҡлау бүлектәрендә, шулай уҡ ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм ошо йүнәлештәге башҡа учреждениеларҙа эшләй. Ҡыҫҡаһы, сит кеше ярҙамына, социаль яҡлауға мохтаждар менән эш итә.  
«Социаль эш» кафедраһының 20 йыллығы айҡанлы юғары уҡыу йортонда ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала социаль яҡлауға мохтаж граждандарға әхлаҡи һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү  мәсьәләләре күтәрелде. Ултырышта Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, университет ғалимдары һәм студенттар ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика