Робот-янғын һүндереүсе, робот-урмансы, робот –эт 31.01.2015

Был ысынбарлыҡ. Киләсәктә  йәмғиәттә  роботтар киң ҡулланыласаҡ, ти  йәш уйлап табыусылар.  Бөгөн улар  Өфөлә робот техникаһын өйрәтеү буйынса  беренсе чемпионатҡа йыйылды. Сарала  республика мәктәптәренән һикһән команда ҡатнашты.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Ирхан менән Ринатҡа һигеҙ-туғыҙар ғына йәш. Чемпионатта ҡатнашыусылар араһында улар иң кесеһе. Мәктәптәге түңәрәккә йөрөүсе малайҙар төрлө роботтар төҙөргә өйрәнгән. Күргәҙмәлә  уларҙың ижади эштәре -  робот-трактор, урмансы, йәнһүрәт геройы урын алған.  
Робот-техникаһын өйрәтеү буйынса чемпионатҡа республика төбәктәренән йөҙҙән ашыу уҡыусы килде. Улар төрлө ярыштарҙа көсөн һынаны. Иң ҡыҙығы – «Роботтар алышы».
Ойоштороусылар әйтеүенсә, робот техникаһын өйрәтеү республикала һуңғы йылдарҙа ғына үҫеш алған. Ә чемпионатта ҡатнашыусыларҙың  белеменә ҡарап улай тип әйтерлек түгел. «Аҡыллы» техниканың  ниндәйе генә юҡ.  Йәш уйлап табыусылар уларҙы  йәмғиәттә ҡуллана алырлыҡ итеп төҙөгән. Мәҫәлән, «Дружок» ҡушаматлы эт - мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә ала  
Янғын һүндереүсе роботты эшләүсе Даниил Кислицын Өфөләге беренсе робот техникаһы студияһына йөрөй. Уның ижади эше бөтәһендә лә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Робот йөҙҙәрсә  ваҡ ҡына деталдәрҙән йыйыла. Элек бер комплекты егерме мең һум тирәһе булһа, долларға хаҡ күтәрелеү менән ун меңгә ҡыйбатланды, ти информатика уҡытыусылары.  
Чемпионат дүртенсе тапҡыр уҙғарыла.  Уны тәүге тапҡыр  Республика башҡорт лицей-интернаты  ойошторған. Быйылғыһы география киңлеге менән ҡыуандыра, ти улар.  
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа робот техникаһы системаһы йәмғиәттә киң  ҡулланылыш ала.  Роботтар ярҙамында Йыһан киңлектәре өйрәнелә, лаборатор тикшереүҙәр уҙғарыла, улар хирургия, хәрби сәнәғәт йүнәлешендә уңышлы һынала. Тимәк, был балалар дөрөҫ юлда. Улар киләсәктә кешелекте ғәжәпләндергән яңы техника уйлап табыуға хәҙерҙән әҙерләнә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика