Республиканың өс мәктәбендә ҡытай теле өйрәнелә

Республиканың өс мәктәбендә ҡытай теле өйрәнелә 30.01.2015

Әлегә  теләүселәр өсөн генә, әммә уҡытыусылар был  предметты мәктәп программаһына индерергә кәрәк тигән теләктә. Сөнки ҡытай теле уҡыусыларҙың музыкаль һәләтен дә,  моторикаһын да, хәтерен дә, фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерә. Ҡытайса өйрәнергә теләүселәр күп, Өфөнөң 71-се  мәктәбендә генә йөҙҙән ашыу.

Бер артыҡ һыҙыҡ һәм ағас һүҙе шунда уҡ  тамырға әйләнә. Ҡытай теле донъялағы иң ҡатмарлы телдәрҙең береһе һанала. Бер иероглиф бер хәрефте лә, хатта һүҙҙе лә аңлатыуы мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан телде өйрәнергә теләүселәр күп. Өфөләге 71-се мәктәптә генә 100-ҙән ашыу. Ҡытай теле бында өс йыл элек өйрәнлә башлаған. Хәҙер уҡыусылар һүҙҙәрҙе генә түгел,  диалог ҡора ла белә.
Телде  милли-мәҙәни йолаларҙан, ғөрөф-ғәҙәттәрҙән айырып ҡарау мөмкин түгел. Шуға күрә мәктәптә иероглифтарҙы өйрәнеү төрлө байрамдар, кисәләр менән үрелеп бара. Ҡытайса сәй бешереү дәресе шуларҙың береһе.
Ҡытайҙарҙа сәй әҙерләү бер нисә этаптан тора. Тәүҙә  үләндәр еҫкәп оҡшағаны һайлап алына. Артабан  сынаяҡтар ҡайнаған һыу меән сайҡатыла. Иң ҡыҙыҡлы мәле-ҡытайҙар  бешерелгән сәйҙең тәүге һауытын түгә, икенсеһен генә эсергә мөмкин.
Мәктәптә шулай уҡ ҡытайҙарҙың милли спорт төрҙәре лә өйрәнелә.  Йәш быуында Ҡытайға һөйөү уятыусы педагог Тимур Зарипов, ул үҙе бала саҡтан көнсығыш телен өйрәнеү хаҡында хыялланған. Хәҙер ул үҙе һымаҡ уҡыусыларҙың теләген тормошҡа ашыра. Йәш уҡытыусы Ҡытайҙа практика ла үтеп ҡайтҡан.   Иң ҙур проблема методик ҡулланмаларҙың етешмәүе, ти ул.
Тимур Зарипов, Ҡытай теле уҡытыусыһы:  «Уҡыу әсбәптары бар, әммә улар бик ҡатмарлы итеп яҙылған, күберәк юғары белем биреү учреждениелары өсөн. Әле беҙ яңы дәреслектәргә заказ биреү өҫтөндә эшләйбеҙ».
Ер шарында ҡытай телендә 2 миллиард тирәһе кеше аралаша, йәғни инглиз теленән ҡала был икенсе юғары күрһәткес. Хәҙер Рәсәйҙә көнсығыш теле менән ҡыҙыҡһыныусылар артҡан, сөнки ике ил араһындағы бәйләнештәр нығый бара.  Ә 71-се мәктәп уҡыусылары  был хәҡиҡәтте өс йыл элек үк күҙаллаған, бөгөн  улар тәүге уңыштары менән ғорурлана ала.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика