Республиканың иң яҡшы журналисы исеменә «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы алып барыусыһы Зөһрә Арсаева лайыҡ булды 15.12.2016

Бөгөн Өфөлә «Матбуғат балы» фестивале үтте. Журналистар араһында ойошторолған конкурс һөҙөмтәләре буйынса радио каналы алып барыусыһы, хеҙмәттәшебеҙ Зөһрә Фәнил ҡыҙына абруйлы исем бирелде. Күптәргә радио тулҡындары аша яҡшы таныш замандашыбыҙ, журналистика өлкәһенә егерме йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Милли киң мәғлүмәт сараһы вәкиленең йыл журналисы конкурсында еңеп сығыуы туған телдәге медиа киңлектә лә һөҙөмтәле, уңышлы ижад итеүен күрһәтә.

«Матбуғат балы» сиктәрендә йыл дауамында журналистика өлкәһендә әүҙем эшләгән ҡәләм оҫталары ла тәбрикләнде. Республиканың мәғариф өлкәһен яҡтыртыусы иң яҡшы журналисы тип «Яңылыҡтар» хеҙмәте махсус хәбәрсеһе, хеҙмәттәшебеҙ Рәмзиә Кәримова табылды. Мөһим ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, уларҙы ябай аңлайышлы тел менән анализлап халыҡ иғтибарына еткереүсе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе тапшырылған наградаһын йыл дауамында алып барған эшенең һөҙөмтәһе, тип билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика