Республиканың иң боронғо белем усаҡтарының береһе тарихи юбилейын билдәләй

Республиканың иң боронғо белем  усаҡтарының береһе тарихи юбилейын билдәләй 08.11.2014

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының  Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты асылыуға - 90 йыл. Үткән быуат башында  етемдәр өсөн эшләй башлаған учреждениела хәҙер ошо яҡ райондарҙың иң һәләтле уҡыусылары белем ала. Бында быуындар, йылдар  алмашынһа ла маҡсаттар үҙгәрмәй. Киләсәк быуынға төплө белем, лайыҡлы тәрбиә биреү төп маҡсат булып ҡала.

Эшләнек тә, уҡыныҡ та, лайыҡлы тәрбиә лә алдыҡ. Лира Яҡшыбаева  Ленин исемендәге балалар йортонда үткән йылдарын иң бәхетле мәл тип хәтерләй. Сөнки тап ошо  белем усағы  уларға оло тормошҡа ҡанат ҡуя.
Күренекле шағирҙар Рәшит Ниғмәти,  Батыр Вәлит,  Мөхәмәт Хәй, беренсе мәғариф министры Фатима Мостафина тап   ошо балалар йортонда белем ала. Ленин исемендәге мәктәп  бар республикала  арҙаҡлы шәхестәр тәрбиәләүе менән дан тота. Тарихи белем усағы бөгөн дә үҙ  асылына тоғро ҡала, бында  уҡытыу менән  рәттән лайыҡлы тәрбиәгә лә ныҡлы иғтибар бирелә.
Тарихи балалар йорто хәҙер лицей-интернат. Бында ошо яҡ райондарҙағы иң һәләтле 200-ләп уҡыусы белем ала. Белем усағында йәш быуынға төплө белем биреү өсөн тулы шарттар бар. Юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылған, өҫтәмә түңәрәктәр эшләй.
Уҡыу йорто киләсәккә лә оло маҡсаттар ҡуя.  Тарихи йылъяҙманы яңы биттәр менән байытырға кәрәк, ти  лицей коллективы.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку