Республикала мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү башланды

Республикала мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү башланды 05.08.2016

Төрлө ведомстволар вәкилдәренән торған комиссия ағзалары белем усаҡтарының  әҙерлеген тикшерә.

Белем усағында ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ошондай тауыш уны иҫкәртергә тейеш. Рейд мәктәпкә ингән урындан уҡ башланды. Етешһеҙлектәр теркәлмәне. Белем биреү учреждениеһы тирәләй тиҫтәләрсә видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары ла талаптарға яуап бирә.
Белем усағын янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин итеү төп талаптарҙың берһе.  Тиҙ яныусан уҡыу кәрәк-яраҡтарына бай  химия, биология, информатика, физика фәндәре кабинеттарында улар мотлаҡ булырға тейеш.
Комиссия уҡыу кабинеттары, спорт залы, ашхана, аш бешереү блогының тейешле талаптарға яраҡлығын тикшерҙе. Медицина пунктының кәрәкле препараттар, ҡорамалдар менән тулылығында ла тайпылыштар күҙәтелмәне. Башланғыс кластар кабинетына талаптар айырыуса  юғары. Парта-ултырғыстарҙың стандартҡа ярашлы эшләнеүе, таҡталарҙың яҡтыртыу ҡоролмалары, йыуыныу урыны булыуы ла шарт.
Дөйөм алғанда, комиссия мәктәптәрҙең торошон ыңғай баһаланы. Булған етешһеҙлектәрҙе беренсе сентябргә тиклем төҙәтергә ҡушылды. Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә хәүефле сирена түгел, ә моңло  ҡыңғырау тауышы ғына яңғырарға тейеш. Талапсан рейд уҙғарыусылар ошоға өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика