Республикабыҙҙа иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы үҙенең беренсе емештәрен бирә башланы 24.01.2015

Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы-2015» бәйгеһе тап Әҙәбиәт йылына бағышланды. Мәртәбәле конкурста башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ-ара көс һынашты.

«Йыл уҡытыусыһы» конкурсы райондың иң яҡшы уҡытыусыларының эш тәжрибәһен өйрәнеү, изге һөнәрҙең абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарыла. Быйыл иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уҡытыусы һөнәренә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, тине конкурста ҡатнашыусылар.
Беренсе этапта уҡытыусылар Мораҡ башҡорт гимназияһында үҙенсәлекле асыҡ дәрестәр күрһәтте. Артабан дәрестәргә анализ яһағандан һуң, уҡытыусылар «түңәрәк өҫтәл»гә йыйылды. Абруйлы жюри һайлап алған биш бәйгесе финалға сыҡты.
Икенсе тур һүҙ оҫталығы, заманса технологиялар менән эшләү, әңгәмә-бәхәс формаһында барҙы. Ниһайәт, көн оҙоно дауам иткән сәмле ярыш аҙағына яҡынлашты һәм еңеүселәр билдәләнде.
Райондың «Йыл уҡытыусыһы -2015» исеменә Мораҡтың 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә  Илмөхәмәтова лайыҡ булды.
Ҡалған конкурсанттарға ла бүләктәр һәм грамоталар тапшырылды. Район уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт сараға йәм өҫтәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика