Республика журналистары дини экстремизмаға ҡаршы

Республика журналистары дини экстремизмаға ҡаршы 23.11.2016

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ҡәләм һәм һүҙ оҫталары төбәктәге, донъялағы дини хәлгә бәйле дискуссия майҙансығына йыйылды. Сараны юғары уҡыу йортоноң «Мосолман мәғарифын үҫтереү» ведомство-ара үҙәге ойошторҙо.

Интернет донъяһы, ысынлап та, киң. Ниндәй генә һорау яҙма - яуап табырға була. Әммә барыһы ла дөрөҫлөккә тап киләме?! Тәү сиратта, журналистар дини темаларҙы яҡтырҡанда - белгестәр, дин әһелдәре менән кәңәшләшеп эшләргә тейеш. Был йәһәттән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мосолман мәғарифын үҫтереү» ведомство-ара үҙәге белгестәре онлайн форматта ярҙамға килә. Махсус булдырылған сайтта Ҡөръән уҡыу, дини хәүефһеҙлек һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин. Был эшкә юристар ҙа йәлеп ителгән.
Үҙәк белгестәре  ислам ғилемен үҫтереү, төрлө ят ағымдарҙы иҫкәртеү буйынса аңлатыу эшен дә алып бара. Сираттағы дискуссия майҙансығында республика, район-ҡала гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Сығыш яһаусылар, матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәрен материалдар әҙерләгәндә объектив булырға һәм дәлилдәргә таянып ҡына  эшләргә саҡырҙы.
Журналистар бындай дини тематикаға бәйле осрашыуҙарҙы Өфөлә генә түгел, район-ҡалаларҙа ла ойоштороу яҡлы. «Мосолман мәғарифы үҙәге» белгестәре иһә сайт аша барлыҡ республика халҡының һорауҙарына яуап бирергә әҙер. Иң мөһиме, бөгөндән үк был башланғыс хуплау тапты,-ти улар. Бигерәк тә йәштәр араһында.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика