Республика район-ҡалаларында мәктәпкәсә учреждениеларҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын һалыуға иғтибар ҙур 15.07.2015

Илеш районында яңы балалар баҡсаһы сафҡа ингергә торһа, Мәләүез районының Тамъян ауылында мәктәпкәсә учреждениеға нигеҙ һалынды.

Биш ҡыҙ бала  тәрбиәләүсе Филиә һәм Таһир Ғәләүетдиновтар Мәләүез районының Тамъян ауылында яңы йорт һалып сығырға йыйына. Ғәләүетдиновтарҙың әлеге йәшәгән йорто ҡыҫынҡы. Бында улар  ғаиләләре  ишәйгәс,  дөйөм ятаҡтан күскән. Шулай ҙа, әлеге торлаҡ майҙаны ла ятаҡ бүлмәһенән айырылмай.  Яңыраҡ күп балалы ғаиләгә төҙөлөш өсөн  яңы ер участкаһы  бүленгән.
Алһыу, Гөлназ, Ләйсән, Гөлнара һәм кескәй Зәлиә - ата-әсәһенең  иң оло шатлығы. Ғаилә йорт төҙөгән Тамъян ауылында   яңы балалар баҡсаһына  ла нигеҙ һалыныуы ғаилә өсөн айырыуса ҡыуаныс.    
Мәләүездән 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Тамъян ауылы тиҙҙән ысын мәғәнәһендә йәштәр биҫтәһенә әүереләсәк. Бында йәш  һәм күп балалы ғаиләләргә ер бүленә.    
Үрге Йәркәй ауылының икенсе балалар баҡсаһы 120 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөш-монтаж эштәре, коммуникация үткәреү бер минутҡа ла тынмай. Сөнки беренсе сентябргә эште тамамларға ниәтләйҙәр. Яңы балалар баҡсаһының асылыуы төбәктәге сиратты бер аҙға кәметер тип күҙаллана.
Өлкнәдәр балар баҡсаһына исем дә уйлап тапҡан. «Йәйғор»  балалар баҡсаһының эсен дә тышын да  исемен есеменә тап килтереп сағыу төҫтәргә мансырға уйлайҙар.
Һуңғы ике йылда районда дәүләт  ярҙамы менән бик күп мәктәпкәсә учреждениелар төҙөкләндерелгән, капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Илеш районы үҙәгендә генә  өр-яңынан төҙөлгән икенсе балалар баҡсаһы сафҡа инергә тора.  Бина төҙөлөш тармағының заманса алымдарын ҡулланыуы  менән дә ҡиммәтле.  Әле бер, әле икенсе төбәктә мәктәпкәсә учреждениеларҙың  ҡалҡып тороуы демографик хәлде яҡшыртыуға ла ыңғай йоғонто яһай.
Азат Ғәлиулин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика