Республика мәктәптәрендә смарт-белем биреүгә күсереү ғәмәлгә ашырыла башланы 18.12.2015

Өс йыл рәттән республикала Электрон мәктәп форумы үткәрелә. Быйыл форумда  Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы ла үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.  

Электрон белем биреү - ул модаға эйәреү түгел, ә заман талабы.  Һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡытыусыһына компьютер проекторы кеүек ҡорамалдар ҙур ярҙамсы. Ҙур экранға сы¬ғарыл¬ған һүрәт, видеояҙмалар балаларҙың иғтибарын йәлеп итә, уҡыу теләген арттыра. Математика дәрестәрендә лә вотум алымы ҡулланыла.
Барлыҡ эштәрҙе компьютер хәтеренә күсерергә, фотоға, видеоға төшөрөргә мөмкин. Һөҙөмтәлә уҡыусылар белемде үҙҙәре ала, уҡытыусы тик дөрөҫ йүнәлеш кенә бирә.
Әле уҡыусыларҙың барыһында ла планшет, яңы гаджеттар юҡ, барыһында ата‐әсәләр алып бирә лә алмай, сөнки был үҙ сиратында ҙур сығымдар талап итә. Ә шулай ҙа  яңы уҡыу системаһынан артта ҡалырға тырышмай педагогик коллектив. Булған мөмкинлектәрҙе файҙалана.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәбебеҙ «Электрон мәктәп» форумында әүҙем ҡатнаша. Унда беҙ  уҡыусыларҙың ике йыл дауамында шәхси планшет ҡулланыуҙа тупланған  тәжрибәһен күрһәтәбеҙ.  
Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицейы форумда ҡатнашып педагогик, техник һәм идара итеү инновациялары йүнәлештәре, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү өлкәһендәге иң һуңғы алымдар менән танышыу, һөнәри оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеге аласаҡ. Конкурс йомғаҡтары буйынса 20 смарт-мәктәп һайлап алынасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика