Республика етәксеһе мәғариф хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләрен яңы уҡыу йылы башланыуы менән тәбрикләне 01.09.2014

«Белем көнө - беҙҙең уртаҡ байрам.

Мәктәптәр ишеген аса, ҡыҙҙар һәм малайҙар түҙемһеҙлек менән был көндө көтә. Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн оло тормошҡа аяҡ баҫыу алдынан ҙур һынауға әҙерлек осоро башлана. Синыфташтар һәм уҡыу йорттарында үткәргән көндәр ололарҙың күңелендә яҡты хәтирәләр булып һаҡлана, тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн  уҡытыусыларға ғүмеребеҙ буйы рәхмәт еткерәбеҙ.
Беренсе сентябрь - тотош мәғариф системаһы өсөн һәр педагогия коллективының эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙа  яңы үҫеш кимәле. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ үҫешенә байтаҡ  ҡына сығымдар бүленде. Матди-техник базаһы яҡшыртылды. Белем усаҡтары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, яңы быуын стандарттары, электон уҡытыу  технологиялары үҙләштерелә. Урта һәм юғары уҡык йорттарында мәғариф-мәғлүмәт  мөхите әүҙем үҫешә.
Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар һәм студенттарҙы тәрбиәләүҙә төп урын, әлбиттә, уҡытыусылар, ҙур йөрәкле педагогтарҙа. Тап уларҙың һөнәргә тоғро ҡалыуы, илһөйәрлеге, заманса технологияларҙы үҙләштереүгә ынтылышы, белем биреү системаһын камиллаштырыуға  ныҡлы этәргес бирә» - тип билдәләнә Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауында.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика