Рәсәйҙә  уҡыусыларға өйгә эш әҙерләү ваҡыты ҡыҫҡартылыуы ихтимал 24.02.2015

Мәғариф министрлығы ошо туралағы бойороҡто йәмәғәт ҡарамағына сығарҙы. Документта өйгә эш өсөн икенсе һәм өсөнсө синыф уҡыусыларына сәғәт ярым, дүрттән - бишкә тиклемгеләргә ике сәғәт, алтынсы һигеҙенсе кластарға ике сәғәт ярым һәм сығарылыш синыфтар өсөн өс сәғәт ярым  ваҡыт бирелгән. Беренсе синыфтарға өйгә эште бөтөнләй бирмәҫкә кәңәш ителә. Тәҡдимде индереүгә күп һанлы ялыуҙар сәбәпсе булған.

Динә Әйүпова   һөнәре буйынса табип, әммә эштән ҡайтҡас  ул уҡытыусыға әйләнә.    Әйүповтарҙың өлкән ҡыҙҙары Әҙилә 8-се, бәләкәстәре Камилә беренсе синыфта уҡый.  Ғаиләлә белем алыуға етди иғтибар бирелә. Шуға күрә әсә барлыҡ  буш ваҡытын  ҡыҙҙары менән бергә өйгә эш әҙерләүгә,  мәктәптә үтелгәнде ҡабатлауға бағышлай. Көн һайын  дәрес эшләүгә 4-5 сәғәт ваҡыт китә,  ти Динә ханым.
Киләсәктә иһә бындай оҙайлы дәрес  эшләүҙәрҙе сикләү ҡарала. Рәсәйҙең Фән һәм мәғариф министрлығы өйгә эште  әҙерләү ваҡытын ҡыҫҡартыу тәҡдиме менән сыҡты.  Быға күп һанлы ялыуҙар сәбәпсе булған, ата-әсәләр өйгә эштең саманан тыш күп бирелеүенә зарлана.   Әле   яңы  проект буйынса фекер алышыу бара.  Документҡа ярашлы, беренсе  синыф уҡыусыларына өйгә эш биреү тыйыла.  
2-3-сө синыфтар  иһә өйгә эш әҙерләүгә  1 сәғәт 30 минут, 4-5-се синыфтар 2 сәғәт,  6-8 синыф уҡыусылары  2 сәғәт ярым,  өлкәнерәктәр 3 сәғәт ярым ваҡыт сарыф итергә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, санпин нормалары элек тә шулай була. Әммә уларҙы үтәү һәр белем усағының иркенә ҡуйыла, хәҙер иһә талаптарҙы законлы рәүештә нығытыу ҡаралған. Проектта шулай уҡ башҡа яңылыҡтар ҙа бар.
Башланғыс синыф уҡытыусыларының фекере  башҡа. Уҡырға төшкән йылдарҙа баланың белем алыуға мөнәсәбәте формалаша. Тап ошо  мәлдә уҡытыусылар ҙа,  балалар ҙа ата-әсәнең ярҙамына мохтаж.  Сөнки әле кескәйҙәр йүнләп уҡый-яҙа белмәй,  дәрестә үткән материалды  өйҙә яйлап ҡабатлау, нығытыу мотлаҡ, шул ваҡытта ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин, ә бар эште мәктәп иңенә һалып ҡуйырға тырышыу дөрөҫ түгел.
Ә бына өлкән синыф  уҡытыусылары яңы  документты хуплай. Өйгә эште саманан тыш арттырыу һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Ләкин  баланы тәү сиратта ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәтергә кәрәк, шул ваҡытта өйгә эште әҙерләргә лә,  саф һауа һулап өлгөрөргә лә мөмкин, тигән фекерҙә педагог Лилиә Бикбаева. Юғиһә, белемле, әммә сәләмәтлеге ҡаҡшаған быуын үҫеп сығасаҡ.
Психологтар ҙа сама хаҡында онотмаҫҡа кәңәш итә. Юғары  билдәләр артынан ҡыуыу кире һөҙөмтә биреүе мөмкин, ә тормош бит яҡшы уҡыу менән генә сикләнмәй.  Белем усаҡтары  тәү сиратта  йәш быуында шәхес тәрбиәләүгә иғтибар бүлергә тейеш.
Ил етәкселеге  йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу,  физик тәрбиә  дәрестәрен арттырыу тураһында һүҙ ҡуйырта. Тик әлегә был тәҡдимдәрҙең ғәмәлгә ашырылғаны юҡ.   Белгестәр яңы документ алтын урталыҡты табырға ярҙам итер һәм уҡыусыларҙы китап-дәфтәрҙәрҙән арындырып реаль тормошҡа ҡайтарыр тип иҫәпләй. Проект буйынса  фекер алышыу 3 мартҡа тиклем дауам итә.
Заман үҙе лә белем усаҡтарынан  юғары күрһәткестәрҙе даими иҫбатлап тороуҙы талап итә. Мәктәптәр араһында граннтар, субсидиялар, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре өсөн туҡтауһыҙ ярыш бара. Быйыл хатта, дүртенсе  синыфтар араһында ла мотлаҡ мониторинг үтәсәк. Уҡытыусыларға яҡшы һөҙөмтә күрһәтеү өсөн тағы ата-әсәләрҙе йәлеп итергә тура киләсәк, сөнки бер белем усағының да артта һөйрәлгеһе килмәй.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика