Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәрҙәре йорт туйланы 29.07.2015

Баш ҡаланың Фән  урамында урынлашҡан 16 ҡатлы йорттан 102 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Йорт күптән төҙөлөп бөтһә лә, уның эргәһендә Органик химия келәттәре урынлашыу сәбәпле файҙаланыуға тапшырыу кисектерелә килде. Бөгөн  йәш  ғалимдарҙың хыялы тормошҡа ашты.

Белем асҡыстары менән бик күп йоҙаҡтарҙы асҡан Рауил Ҡорманов ниһайәт,  үҙ фатиры ишеген   асып ғаиләһе менән төпкә үтә. Торлаҡлы булыу, яңы  өйгә күсенеү шатлығын был ваҡиғаны үҙ йөрәге аша үткәндәр аңлай. Йәш ғаилә   быға тиклем ятаҡханала, йә ҡуртымға алынған фатирҙа көн иткән. Рауил  Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә эшләй, Ләйсән "Ватандаш" журналында. Ипотекаға йә кредит алып торлаҡ шарттарын  яҡшыртырға форсат булманы, ти улар.

Эш урынынан торлаҡ биреү хәҙерге заманда һирәк күренеш. Совет заманындағы кеүек ойошмаларҙың  хеҙмәт кешеһенең тормош шарттарын  ҡайғыртыуы онотолоп та бөткән. Элекке  матур йолаларҙың  береһен хәтерләтте  Өфөнөң Фән урамындағы байрам. 102 ғаилә  фатирлы булды. Улар бөтәһе  лә Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

Рәсәй фәндәр академияһы йәш ғалимдар өсөн йорт 2011-2015 йылдарҙағы "Торлаҡ "  федераль  маҡсатлы программаһы  буйынса йыл ярым эсендә  төҙөлгән.
Фатир ғаиләгә бушлай бирелә, тик уның  асҡысын йәш ғаиләләргә оҙаҡ көтөргә тура килгән. Йорт эргәһендә генә  Органик химия институты келәттәре   урынлашыуы   объектты  сафҡа индереүҙе бер аҙ тотҡарлап торған. Химик матдәләр һаҡланған келәттәрҙе икенсе урынға күсереү республика хөкүмәте ярҙамында ойошторолған. Фатирлы булып та  бер ерҙән икенсеһенә күсенеп йөрөү ялҡытты ти , фән кандидаттары.  
  
Йорт   федераль милеккә ҡарай, унда ғаилә ағзалары теркәлә ала.  Фатир хужаһы уны  хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына  үҙ исеменә рәсмиләштереү хоҡуғына эйә. Йорт ғалимдарҙың эш урынына яҡын ғына, тимәк, юл йөрөүгә лә сығымдар кәмейәсәк.  

Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика