Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 85 йыллығын билдәләй

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 85 йыллығын билдәләй 30.05.2017

Ошо уңайҙан 1-июндән 3-нә тиклем Өфөлә Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Сараға республика, Рәсәй фән эшмәкәрҙәренән тыш, сит ил  ғалимдары килеүе көтөлә.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының башҡорт халҡының йәшәйешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Яңы әҙәби тел, башҡорт терминологияһының барлыҡҡа килеүе тап ошо учреждениеға бәйле. Аҫаба халыҡтың телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ һалыу ғына түгел, бар яҡлап  үҫтереүҙә лә институттың өлөшө ҙур. Башҡорт халыҡ ижадының 36 томлығы, диалектология буйынса башҡорт теленең академик һүҙлегенең 10 томы, шулай уҡ 14 томлыҡ «Башҡорт халыҡ тарихы»н нәшер итеү ҙә боронғо халыҡты тотош донъяға танытты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика