Рәсәйҙең мәғариф системаһы донъя рейтингында алдынғы урындарҙы биләй 25.08.2016

Мәҫәлән, уҡыусыларҙың тексты уҡыу һәм уның мәғәнәһен аңлау күрһәткесе йәһәтенән беҙ тәүге ун ил исемлегендә. Математика буйынса һөҙөмтә тағы ла яҡшыраҡ. Ләкин балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү алымдары даими үҙгәреп, камиллашып торорға тейеш.

Был турала һүҙ бөгөн баш ҡалала үткән Өфөнөң мәғариф хеҙмәткәрҙәре йыйылышында барҙы. Август кәңәшмәһенең дауамы формаһында үткән ултырышта педагогтар, ҡаланың мәғариф бүлеге белгестәре һәм ата-әсәләр активы сифатлы белем биреү һәм шәхес тәрбәләү мәсьәләләре хаҡында фекер алышты. Үҙ сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов төбәктең һәм илдең мәғариф системаһы донъя рейтингында алдағы урында булыуын билдәләне. Артабанғы эш замана талаптарына яуап бирергә тейеш.  
Заман талаптарына яраҡлашыуҙың бер миҫалы ул электрон белем биреү алымдарын файҙаланыу. Мәҫәлән, Өфөлә уҡытыу эшен  мультимедиа ҡорамалдары ярҙамында алып барыу мөмкинлеге биргән кабинеттар 80 процентҡа артҡан. Бынан тыш, бөтә мәктәптәрҙә лә электрон журналдар һәм көндәлектәр бар. Хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, һәм улар киң билдәле. Моғайын, иң көнүҙәге ул уҡытыуҙы бер сменала алып барыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика