Рәми Ғарипов исемендәге беренсе  башҡорт республика гимназия-интернатында сираттағы олимпиадаға старт бирелде 08.01.2015

Бында осраҡлы ҡатнашыусылар юҡ. Барыһын да башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү берләштерә. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе  башҡорт республика гимназия-интернатында сираттағы олимпиадаға старт бирелде.

Олимпиада ҡатнашыусыларын Башҡорт дәүләт университеты студенттары сәләмләне. Сәхнәлә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» әҫәренән өҙөк күрһәтелде, ҡурай моңо, йырҙар яңғыраны, халыҡ бейеүҙәре ҡуйылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең төбәк-ара бәйгеһен асыу тантанаһында 300-ән ашыу уҡыусы, уларҙың уҡытыусылары йыйылды. Ҡыҙҙар һәм егеттәр тулҡынланыуын йәшермәй - өс этаптан торған конкурсҡа әҙерлек тамаша залында ла дауам итте.
Быйыл  мәртәбәле ярышҡа Башҡортостандың район-ҡалаларынан тыш, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан тиҫтәләгән ҡатнашыусы килгән. Бигерәк тә, ырымбурҙар башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында һынатмай, йыл да тиерлек еңеүҙәр менән ҡайта икән. Был, әлбиттә, тәжрибәле уҡытыусыларҙың оло хеҙмәтенән килә.
Төбәк-ара бәйгенең тәүге этабында 9-11 класс уҡыусылары тел грамматикаһы һәм әҙәбиәттән унышар һорауға яуап ҡайтарырға тейеш ине. Викторина һорауҙары ла ябайҙан түгел: мәҫәлән, уҡыусылар олимпиадала һүҙҙәргә фонетик һәм морфологик анализ яһаны, башҡорт теле диалекттарының үҙенсәлектәрен,  бөйөк әҫәрҙәрҙең эстәлеген белеү кимәлен күрһәтте.
Әбйәлил районынан Физалия Мәхийәнова иһә бәйгелә тәүге ҡатнашмай. Ҡыҙ ныҡлы әҙерләнеп килгән, йәйге һәм ҡышҡы каникулдарҙа китаптар артында ултырҙым, ти ул.
Уҡыусыларҙы тағы ла ике һынау көтә: тәҡдим ителгән темаларҙың береһенә инша яҙыу һәм сәсәнлек бәйгеһе. Ҡыҙҙар һәм егеттәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен тасуири һөйләүҙә көс һынашасаҡ. Еңеүселәр иһә 10 ғинуар көнө билдәле буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика