Проект авторҙары инвесторҙар эҙләй 31.05.2017

Башҡортостанда стартап марафоны башланды. Сара сиктәрендә төрлө өлкәләрҙә инновация проекттары эшләүселәр үҙ асыштары менән таныштыра. Марафонда ҡатнашҡан инвесторҙар үҙҙәренә оҡшаған башланғыстарҙы һайлай. Проект уңышлы тип табылһа  финансланып тормошҡа ашырыласаҡ.

Рөстәм Салауатовтың проекты бер кеҫәгә генә һыйырлыҡ. Стәрлетамаҡ егете һәр ваҡиғаны, тормошоноң мәлдәрен видеоға төшөрөп бара. Ләкин материалдарҙы рәткә килтереп, бер тәртипкә һалып ултырырға ваҡыты юҡ. Был эште ул үҙе үк уйлап сығарған программаға ышанып тапшырған.
Рөстәмде был программаны эшләүгә ҡыҙының бәхетле бала сағы  этәргән. Сабыйының һәр мәлен видеоға теркәп ҡалырға тырышҡан егет ғаилә архивынан  бер  фильм яһарға була. Тырым-тыраҡай ятҡан материалдарҙан матур бер клип төҙөүсе программа шулай барлыҡҡа килә. Әле ул тик веб сайт форматында ғына. Рөстәм уны мобиль ҡушымта итеп эшләр өсөн инвестор эҙләй. Ләкин конкуренттар ҙа етәрлек. Стартап марафонына үҙ проекттарын тәҡдим итеүселәрҙең 90 проценты тиерлек АйТи технологиялар өлкәһендә үҙенен һынай.
Рәсүл Тайыпов, Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Хәҙер бит мәғлүмәте технологиялар заманы. АйТи технологияларға һорау ҙур. Проекттар нефть, химия, медицина, мәғариф, биотехнология өлкәһендә булһа ла программалар уларҙы мәғлүмәтләштереү һәм Ай Ти форматҡа күсереүгә махсуслаша».  
Инвесторҙар ҙа проекттарҙың тормошҡа ашырҙайын ғына һайлай. Хәйер, ҡыҙыҡлы башланғыстар төбәктәрҙә күп, ти улар.
Евгений Турвиненко, «Venture Club» директоры /Санкт- Петербург/: «Мәскәү, Санкт Петербург кеүек ҙур ҡалалар хәҙер бер-береһен ҡабатлай башланы. Төбәктәрҙә йөрөһәң үҙенсәлекле проекттар килеп сыға. Шуға күрә бындай сараларҙа йыш йөрөргә тырышам. Бөгөн дә иғтибарҙы йәлеп итерлек презентациялар булды».
Уңышлы проекттар ерҙә ятып ҡалмай. Инновациялы ҡараш финанс ярҙам таба. Былтыр республикала ике проект инвесторҙар табып әле тормошҡа ашҡан. Быйыл  иҫәп презентациянан ысынбарлыҡҡа әйләнгән асыштар һанын күбәйтеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика