«Осош – 2014»

«Осош – 2014» 04.07.2014

Башҡорт дәүләт университетының спорт-һауыҡтырыу лагерында үҙенсәлекле студент мәктәбе эш башланы.

Башҡорт дәүләт университетының спорт-һауыҡтырыу лагерында үҙенсәлекле студент мәктәбе эш башланы.

Сарала юғары уҡыу йортонда белем биреү сифатын яҡшыртыу һәм студенттар хоҡуҡтарын яҡлау темалары күтәрелә. Үҙенсәлекле мәктәп сиктәрендә уҡыу алдынғылары Мәскәүҙән килгән белгестәр менән аралаша, төрлө түңәрәк өҫтәлдәр ойоштора. Юғары уҡыу йортонда белем алыусыларҙың берләшкән Советы Рәсәй Мәғариф министрлығының студенттар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилен дә саҡырған. Ике көн дауамында ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә, үҙенсәлекле тәҡдимдәре менән уртаҡлаша ала.
Әйтергә кәрәк, быйыл Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй Мәғариф министрлығының грантына лайыҡ булған. Студенттарҙың үҙидаралыҡ ойошмалары өсөн тәғәйенләнгән премияға тиҫтәләрсә юғары уҡыу йорто дәғүә иткән. Шулар араһынан еңеү яулап, Башҡорт дәүләт университеты коллективы 4 миллион һум күләмендә матди ярҙам алыуға ирешкән. Был аҡсалар студенттарҙың ғилми эштәрен үҫтереүгә һәм тәрбиә эштәренә йүнәлтелә. Бөгөнгө сара тап ошо грант сиктәрендә ойошторолған.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку