Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында «Ҡурай» исемле балалар баҡсаһы асылды 04.09.2014

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының исеме есеменә тап килеп тора. Яңы баҡсаны  асыу тантанаһында кескәйҙәр ата-әсәләренә ҙур концерт программаһы бүләк итте. Заман талаптарына яраҡлаштырып төҙөлгән объект 180 балаға иҫәпләнгән. Баҡсала музыка һәм спорт залдары, уйын һәм йоҡо бүлмәләре видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған.

Гүзәл Хәлисова, «Ҡурай » балалар баҡсаһы мөдире: «Беҙҙең маҡсат - кескәйҙәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиләү, уларға туған тел нескәлектәрен өйрәтеү. Баҡсабыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы менән йәнәш урынлашҡан. Беҙ лицейға уҡыусылар әҙерләйбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика