Оло тормошҡа тәүге аҙым

Оло тормошҡа тәүге аҙым 01.09.2015

Быйыл республиканың белем биреү йорттарына 11 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ уҡырға ингән. Бөгөн улар тәүге лекцияларын тыңланы, университет тормошо менән танышты. Ә баш ҡалала беренсе курс студенттары парады ла үтте. Күләмле сарала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Тантаналы атлау совет майҙанында башланып Конгресс-холл янында тамамланды. Бында студенттар менән Рөстәм Хәмитов осрашты.

Баш ҡала төрлө парадтар күргәне бар. Тик беренсе курс студенттары парады Өфөлә тәүгә үтә. Быға ҡарамаҫтан сара күләмле килеп сыҡты. 11 юғары белем биреү йорттары уҡыусылары колонналарға теҙелеп Зәки Вәлиди урамы буйлап үтте. Күңелдәре тәҫьораттарҙан тулыша.  
Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан күптән инде студенттарҙың осрашыу, үҙ-ара танышыу һәм аралашыу урыны булып тора. Юҡҡа ғына бөгөн дә йәштәр тап бында йыйылманы. Майҙан тиҙ арала күңелле тауыштар, көлөү менән тулды. Һауала йәштәрҙең киләсәккә өмөттәрен дә тойоп була тиеү хата булмаҫ моғайын. Дөрөҫөн генә әйткәндә мин дә студент сағымда бында йыш була торған инем.
Был көн беренсе курстарҙың хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ. Быға тағы бер көтөлмәгән бүләк сәбәпсе. Төбәк етәксеһе студенттар бүләк иткән гитарала йәшлеге йырын башҡарҙы.
Шаян йыр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәштәр төбәк етәксеһе сығышын юғары баһаланы.
Рөстәм Хәмитов студенттар менән етди темаларға ла аралашты. Йәштәргә символик студент билеты тапшырғандан һуң, төбәк етәксеһе егет һәм ҡыҙҙарҙы уҡыуҙа ныҡышмал, үҙ-үҙҙәренә талапсан булырға саҡырҙы. «Һеҙ илебеҙҙең киләсәге!» тине сығышында Рөстәм Хәмитов.  
Йәштәр төбәк етәксеһенең ышанысын аҡлаясағында шик юҡ. Кисә генә мәктәпте тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар төплө белем алып яҡшы белгестәр булырға теләй.  
Уҡыу йылының тәүге көнө беренсе курс студенттары өсөн университет менән танышыу формаһында үтә. Мәҫәлән, Мифтехетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡыуға килеүселәр өлкәнерәк иптәштәре менән осрашып, уларҙан ниндәйҙер кәңәштәр ишетте, студент тормошона йәлеп ителде. Инде тәжрибәле талиптар йәштәрҙе дәрестәргә һуңламаҫҡа, уҡыуға иғтибарлы булырға саҡырҙы. Ә беренсе курстар иһә әленән үк һайлаған факультетына һәм һөнәренә тоғро буласаҡтарын белдерҙе.  
Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика