Оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда

Оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда 01.07.2015

Быйыл Өфө дәүләт авиация техник  университетын 500 студент ҡыҙыл дипломға тамамланы. Был юғары уҡыу йорто өсөн яҡшы күрһәткес. Дипломдар менән бергә 20-нән ашыу студентҡа лейтенант погондары тапшырылды.

Юғары уҡыу йортон барлығы 5 меңгә яҡын студент тамамлай. Улар араһында бакалаврҙар, магистрҙар һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендәге техникум һәм колледжда белем алыусылар. Уҡыу йортонда хәрби кафедра ла эшләй. Унда әҙерлек үтеүсе 120 студент өс йылға Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәткә алынасаҡ. Тантанаға  балаларының уңыштары  менән хаҡлы рәүештә ғорурланыусы ата-әсәләр ҙә йыйылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика