Немец теленән тоталь диктант 07.12.2015

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институты ойошторған сарала йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Диктант тексы төлкө менән әтәс хаҡындағы мәҫәлдән алынған. Күптәр яҙма эштең грамматик һәм орфографик яҡтан ауыр булыуын билдәләй. Диктант һөҙөмтәләре  11 декабрҙә билдәле буласаҡ. Иң грамоталы тип танылғандар дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Андреас Штеппан, Германияның мәҙәниәт һәм мәғариф министрлығы ҡарамағындағы сит илдәрҙә немец мәктәптәре үҙәк идаралығы кураторы: «Өфөлә немец телен яҡшы беләләр, ҡыҙыҡһыныусылар күп. Үҫеш тә бар: урында мәҙәни саралар даими ойошторола, йыл һайын күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда немец ауылдарының булыуы ла ғәжәп».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика