«Мостай Кәрим ижады һәм донъя мәҙәниәте»

«Мостай Кәрим ижады һәм донъя мәҙәниәте» 24.10.2014

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошондай исем аҫтында ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Был уҡыу йорто өсөн Мостай Кәрим тәү сиратта уҡытыусы булараҡ ҡәҙерле. Күренекле әҙип ижадына арнап конференция үткәреү грантын был юлы Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы отто. Халыҡ-ара кимәлдә үтеүсе мәртәбәле форумға Төркиә, Египет, Ҡаҙағстан, Әзербайжан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар килде. Конференцияла сығыш яһарға 120-ләп ғалим һәм студент яҙылған. Пленар ултырыштан һуң байрам Мостай Кәримдең тыуған яғы Шишмә районының Келәш ауылында дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку