Мишкә ауылының 1-се һанлы лицейына билдәле драматург, яҙыусы Флорид Бүләков исеме бирелде

Мишкә ауылының 1-се һанлы лицейына билдәле драматург, яҙыусы Флорид Бүләков исеме бирелде 26.01.2017

Яҡташтары әҙипте ҙурлап, белем усағы алдына мәрмәр таҡтаташ асты. Мишкәлә үткән һәр бер сарала Флорид Бүләков ижад иткән гимн көйө яңғыраһа, бөгөндән әҙип тамамлаған райондың 1-се һанлы мәктәп алдын уның исеменә ҡуйылған таҡтаташ биҙәй.

Яҙыусы-драматургтың тормош юлы һәм ижады менән һәр кем таныш. Уҡыусылар оло ғорурлыҡ менән уның әҫәрҙәрен өйрәнә.
Бөгөндән Флорид Бүләков исемен йөрөткән лицей уҡыусылары менән танышырға яҙыусының ижадташ дуҫтары, яҡындары килде. Улар әҙиптең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡараны.Осрашыуға шулай уҡ Флорид Миңлемулла улының бер туған ҡустыһы килде, ағайым һәр саҡ хыялланырға яратты, бала саҡтан әҙәбиәткә һөйөүе көслө булды,тип хәтерләй ул.
Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Әҙиптең күп пьесалары тыуған еренә бағышлап яҙылған. Меңдәрҙең һөйөүен яулаған «Бибинур, ах, Бибинур», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» спектаклдәре бөгөн дә республика, район театр сәхнәләрендә ҡуйылып,тамашасы һөйөүен яулай. Һәр бер геройы уның тормошсан, ә үҙе ихлас, ябай ине, тип хәтерләй ижадташ дуҫтары.
Мишкәләр райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр исемен ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн мәктәпкә Флорид Бүләковтың исеме бирелһә,тиҙҙән белем усағында шәхес иҫтәлегенә музей булдырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика