Меңдән ашыу балаға өс миллион һум аҡса 01.08.2016

Йылайыр районы хакимиәте уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуға быйыл да етди әҙерләнгән. Каникулдар - бишенсе сирек һәм был ваҡыт та өлкәндәр тарафынан яҡшы ойошторолорға тейеш, ти улар.

Арыҫлан Иҙрисов  «Дружба» лагерының иң тоғро дуҫы. Нева ярҙарында тыуып үҫкән егет хәҙер инде туғыҙынсы йыл рәттән Һаҡмар буйында ял итә. Ҡыҙғаныс, әммә был уның  һоҡланғыс урынға  һуңғы тапҡыр килеүе. Егеткә быйыл ун алты йәш тула. Ләкин тәҫораттарҙы ғүмерлеккә етәрлек алдым, ти Арыҫлан.
Арыҫлан менән бергә Һаҡмар буйындағы лагерҙа етмештән ашыу бала ял итә. Үҫмерҙәргә күңелһеҙләнеп ултыраһы түгел. Ял итеү программаһы бай йөкмәткеле. Саф һауала спорт уйындары, викториналар, конкурстар,  ә кисен усаҡ янында йыр һәм бейеү кисәләре.
Шулай ҙа ял итеү уйын-көлкөгә генә ҡоролмаған. Икенсе сменала балалар профилле лагерь сиктәрендә Башҡортостандың тәбиғәтен, мәҙәниәтен  өйрәнә. Тирә-йүнде өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Шуға күрә башҡа лагерҙар менән сағыштырғанда бында походтарға ла йышыраҡ йөрөйҙәр.
«Дружба»   райондың  берҙән-бер лагеры . Шуға күрә  Йылайырҙар балаларҙың йәйген ялын ойоштороу эшенә етди иғтибар бүлә. Төрлө ысулдар менән был кампанияға мөмкин тиклем күберәк бала йәлеп итергә тырыша.
Ирина Сорокина, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса куратор: «Быйыл районда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был аҡсаға беҙ 14 мәктәп яны лагеры ойошторҙоҡ. Унда 8 йөҙгә яҡын бала йөрөй. Шулай уҡ хеҙмәт төркөмдәре лә бар. 80-дән ашыу уҡыусы ялын файҙалы үткәрҙе».
Йәйге ял һәр үҫмергә лә мотлаҡ, ти Йылайырҙар. Лагерҙа ял итеү яңы дуҫтар, күңелле мәлдәр генә түгел. Тап бишенсе сиректә  сираттағы уҡыу йылына көс, яңы асыштарға дәрт һәм белем үрҙәренә ынтылырға сәм туплана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика