Математиканан профилле имтихан һөҙөмтәләре иғлан ителде 16.06.2015

Барлығы 17027 бала һынау тотто. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлгә бүленде. Аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары база, ә юғары уҡыу йорттона инеү өсөн профилле имтихан тапшырҙы. Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл бер уҡыусы ла 100 балл йыя алмаған. 98 балға Өфөнән ике һәм Белореттан бер бала яҙған. 80 һәм унан да юғарыға 294 һынау тотоусы ирешкән. Башҡортостан буйынса уртаса балл кимәле 42,8. Сағыштырыу өсөн былтыр был күрһәткес 44,6 балл булған. Бынан тыш, 4266 уҡыусы Берҙәм дәүләт итиханын тапшыра алмаған.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика