«Математика уҡыуҙары»

«Математика уҡыуҙары»  22.02.2016

Мәктәп уҡыусылары өсөн «Математика уҡыуҙары»  Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ғалимдары Өфөнөң 7-11 синыф уҡыусыларына бушлай лекциялар уҡыны.

Юғары математика нигеҙҙәре менән профессорҙар Анатолий Ягола менән Гөлнара Ҡорамшина таныштырҙы. Өс көн дауамында барған уҡыуҙарҙа йөҙәрләп бала ҡатнашты. Уларҙы күбеһе киләсәктә  физика- математика факультеттарында белем алырға теләй. Ә инде йәштәргә изге хыялдарын тормошҡа ашырырға былтыр декабрҙә асылған «Математика академияһы» ярҙам күрһәтә.  Был үҙәк Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Рәсәй фәндәр академияһының математика институты башланғысында ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика