Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы йыл йомғаҡтарын барланы 18.02.2016

Ултырышта  республика, район матбуғат баҫмалары, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре, төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.

Йыл йомғаҡтарына байҡау яһап, 2015 йыл тармаҡ хеҙмәтсәндәре өсөн ярайһы уҡ уңышлы тамамланыуы билдәләнде. Был тәү сиратта Өфөлә үткән күләмле форумдар, ШОС һәм БРИКС саммиттары менән бәйле. Башҡортостан матбуғаты халыҡ-ара саралар үткән мәлдә яңы һулыш алды. Үҫеш өсөн этәргес булды тиелде коллегия ултырышында. Алдағы бурыстарға туҡталғанда, улар иң элек илдәге һәм донъя баҙарындаҡы иҡтисади хәлгә бәйле. Халыҡтың килемендәге үҙгәрештәр, кисекмәҫтән гәзит- журналдарҙың тиражына йоғонто яһаны, реклама бюджеттары ла кәмей. Шуға ла алға йүнәлеш билдәләгәндә, ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алыу мөһим. Баҫма һәм электрон матбуғат саралары аудиторияның теләк-ихтыяждарын иҫәпкә алып, шул уҡ ваҡытта дөйөм эстәлекте юғалтмайынса эш итергә тейеш тигән фекер яңғыраны ултырышта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика