Мәскәүгә - Кремль шыршыһына быйыл Башҡортостандан 114 уҡыусы бара 17.12.2016

Улар араһында Салауат районы Әлкә урта мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Наҙгөл Шәмсетдинова ла бар.

Беренсе синыфтан тик бишлегә уҡыған ҡыҙҙың хыялы быйыл ниһайәт, тормошҡа ашасаҡ. Уға илдең төп шыршы байрамында ҡатнашыу бәхете йылмайған. Наҙгөл байрамға «Сулпылар», «Яҙғы тамсылар» конкурстарында яулаған уңыштары өсөн бара.
Ҡыҙ байрамға күптән әҙермен, тип йылмая. Әле ул сиреккә сығасаҡ билдәләре менән ата-әсәләрен шатландырыр өсөн тырышып уҡый.
Мәктәптең бөтә мәҙәни саралары ла Наҙгөл ҡатнашлығында үтә, йырсы ҡыҙ бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара.
Наҙгөл Шәмсетдинова мәктәптең йыр-бейеү түңәрәктәренең әүҙем ағзаһы. Районда уны Әлкә ауылы һандуғасы тип йөрөтәләр. Ҡыҙ үҙенең һәләтен шыршы байрамында ла күрһәтергә теләй. Яңы дуҫтар табырға байрамды түҙемһеҙлек менән көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика