Мөмкинлектәре сикләнгән балалар ябай мәктәптә белем аласаҡ 13.10.2015

Тик уның өсөн тейешле шарттар  булдырылырға тейеш. Яңауыл районының Ҡарман урта мәктәбендә тиҙҙән ундай шарттар булдырыласаҡ.

Әлмир Шакиров - беренсе синыф уҡыусыһы. Мәктәпткә ни бары икенсе ай ғына йөрөһә лә, күп нәмәгә өйрәнгән.
Тәнәфестә Әлмир башҡа тиҫтерҙәренән ҡалышмай. Насар йөрөһә лә, күберәк хәрәкәтләнергә ынтыла. Тигеҙһеҙ иҙәндәр һәм стеналар буйлап ҡуйылған терәүҙәр уға тотоноп тороу өсөн  бик  уңайлы булыр ине. Мәктәптә тиҙҙән улар ҡуйыласаҡ.
Зөлфиә Ғизетдинова,  Ҡарман ауылы мәктәбе директоры: «Мәктәпкә ингән ерҙә пандус төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Икенсе ҡатта иҙәнде плиткаға алыштырҙыҡ. Беренсе ҡатта ремонт эштәре дауам итәсәк».
Ҡарман мәктәбендә ремонт эштәре сентябрь уртаһында башланыуға ҡарамай, төҙөүселәр күп нәмәгә өлгөргән. Беренсе ҡатта иҙән һүтелә. Улар урынына плиткалар түшәләсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға шарттар тыуҙырыу өсөн бүленгән аҡсаларҙы башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыу ҡаралмаған. Әйткәндәй ,Әлмир Шакиров Ҡарман мәктәбендә берҙән-бер мөмкинлеге сикләнгән бала.
Динара Хафизова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы: «Ул бик теремек бала. Башҡа иптәштәренән ҡалышмай, йүгерә, уйнай, физик күнекмәләрҙе лә үтәй».
Пандустар һәм тотоноп йөрөү өсөн терәүҙәр мөмкинлеге сикләнгән балаларға ғына түгел, ә мәктәпкә килеүсе «мобиль булмаған кешеләр» өсөн дә уңайлы һәм файҙалы буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика